-25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2020, 16:10

Үҙаллы изоляция режимы ҡайтарыла

Республикала үҙизоляциялау режимы күпкә йомшартылды. Кешеләр күпләп тышҡа сыға башланы. 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр өсөн комендант сәғәте ваҡыты билдәләнде. Тик өлкәндәр араһында уны үтәгәндәр әҙ. Ә коронавирустың тап өлкән йәштәгеләр һәм хроник сирлеләр өсөн хәүефле булғанын бөтәһе лә белә.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында ошо темаға ныҡлы иғтибар бүленде. Хәҙер 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр өсөн яңынан үҙизоляциялау режимы индереләсәк. Был туралағы указға бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуясаҡ. Указ ил Президенты Владимир Путиндың ошо категория кешеләре өсөн режимды индереү тураһындағы күрһәтмәһенә ярашлы эшләнә.
Бөгөнгө видеокәңәшмәлә республика табиптары ла ҡатнашты һәм был йәһәттән теләктәрен һәм тәҡдимдәрен белдерҙе. Улар фекеренсә, өлкәндәргә режимды тотоу һаулыҡтары һәм ғүмерҙәре өсөн мөһим ғәмәл.
– Был указ әҙер, хәҙер табиптар фекерен иҫәптә тотоп, уны бер аҙ үҙгәртәсәкбеҙ. Бер сәғәт эсендә уға ҡул ҡуйыласаҡ. Унда нимә тураһында һүҙ барасаҡ? Эйе, 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирлеләр өсөн яңынан социаль изоляциялау режимы ҡайтарыласаҡ. Унда ике тәҡдим нормаһы бар. Беҙ полиция органдарына рейдтар барышында бындай кешеләрҙе күрһәләр, уларға режимды үтәргә кәңәш бирергә ҡушабыҙ. Указда уларға ҡасан һәм нисек магазинға, табипҡа барыу тураһында аныҡлап яҙыласаҡ. Әгәр ошондай кешеләр араһында эшләгәндәр бар икән, уларға дистанциялы эшләүҙе ойошторорға тәҡдим ителә, – тине Радий Хәбиров.
Читайте нас в