+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2020, 15:30

Өфөнән ике мәктәп Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе

Өфөнән ике мәктәп «Тармаҡ лидерҙары» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Улар – Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе һәм Өфө балалар сәнғәт мәктәбе.

Өфөнән ике мәктәп «Тармаҡ лидерҙары» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Улар – Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбе һәм Өфө балалар сәнғәт мәктәбе.
«Был сағыу еңеү мәктәптең бер быуатлыҡ юбилейына лайыҡлы бүләк булыр. Беҙҙең өсөн тауыш биргәндәрҙең бөтәһенә лә рәхмәт. Беҙ 2000-дән ашыу тауыш йыйҙыҡ», — тип белдерҙеләр 1-се балалар музыка мәктәбендә.
Рәсәй Федерацияһы Тармаҡ лидерҙары – мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт ойошмалары өсөн асыҡ конкурс. Конкурста мәктәптәр, балалар баҡсалары, өҫтәмә һәм һөнәри белем биреү ойошмалары, башҡа мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт ойошмалары ҡатнаша.
Читайте нас: