-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2020, 15:30

Гөлнур ҠОЛҺАРИНА: “Ыңғай башланғыстарҙың аҙағына еткерелеүе мөһим”

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, “Халыҡ контроле” федераль проектының төбәк координаторы Гөлнур ҠОЛҺАРИНА Рәсәй Президентының граждандарға социаль ярҙам күрһәтеүҙең яңы ысулдары тураһындағы ҡарары хаҡында үҙ фекерен белдерҙе: – Президент тарафынан ҡабул ителгән яңы ярҙам формалары системалы күренеш булып тора һәм әлеге шарттарҙа бигерәк тә һиҙелерлек зыян күргән социаль төркөмдәргә йүнәлтелгән.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, “Халыҡ контроле” федераль проектының төбәк координаторы Гөлнур ҠОЛҺАРИНА Рәсәй Президентының граждандарға социаль ярҙам күрһәтеүҙең яңы ысулдары тураһындағы ҡарары хаҡында үҙ фекерен белдерҙе:
– Президент тарафынан ҡабул ителгән яңы ярҙам формалары системалы күренеш булып тора һәм әлеге шарттарҙа бигерәк тә һиҙелерлек зыян күргән социаль төркөмдәргә йүнәлтелгән.
Был бигерәк тә медицина хеҙмәткәрҙәренә, шәхси эшҡыуарҙарға, урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәргә ҡағыла. Шулай уҡ, балаларҙы хәстәрләү өсөн дә социаль пакет формалаштырылған. Түләүҙәр ҙур түгел, әммә мөһим: уны 3 йәштән 15 йәшкә тиклем балалары булған ғаиләләр аласаҡ. Әлеге осорҙа, ғөмүмән, һәр ярҙам мөһим.
Социаль сараларҙың яңы пакеты бығаса булмағанса киң һәм күп яҡлы. Уларҙың мөһимлеген Ил президенты Владимир Путиндың халыҡҡа мөрәжәғәте тағы берҙе раҫлай һәм унда яңы күрһәтмәләрҙең үтәлеүе контролдә тотоласағы ла һыҙыҡ өҫтөнә алына. Ысынлап та, был ыңғай башланғыстарҙың аҙағына тиклем еткерелеүе мөһим, - тип белдерҙе Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.
Читайте нас: