+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2020, 15:50

Раевкала ФОК төҙөлгән

Раевка ауылында бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы сафҡа ингән.

Раевка ауылында бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы сафҡа ингән.
Районда быға тиклем ундай комплекс булмаған. Бассейн 25-әр метрлы дүрт йөҙөү һыҙатынан тора. Тәрәнлеге – 1,80 м. Һыуҙы заманса таҙартыу ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Бында шулай уҡ 45х25 метрлы спорт залы, душ, гардероб, регистратура, медицина кабинеты, буфет һәм административ бүлмәләр бар. Бинаның дөйөм майҙаны - 3087,4 кв.м.
Яңы объект сафҡа инеү менән яңы эш урындары барлыҡҡа килгән.
Әлшәй районының хакимиәт башлығы Дамир Мостафин әйтеүенсә, әлегә комплекс спорт менән шөғөлләнергә теләүселәрҙе ҡабул итмәй, коронавирус инфекцияһы ҡурҡынысы бөткәс тә бассейн асыласаҡ.
Читайте нас: