+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Май 2020, 15:50

Ураҙа байрамын өйҙә үткәрәбеҙ

24 майҙа республикала билдәләнәсәк Ураҙа байрамын онлайн форматта үткәрәбеҙ, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәттә үткәргән оператив кәңәшмәлә.

24 майҙа республикала билдәләнәсәк Ураҙа байрамын онлайн форматта үткәрәбеҙ, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, ғәҙәттә был көндө мәсеттәргә бик күп халыҡ йыйыла. Әммә быйыл илдәге һәм республикалағы эпидемиологик хәлгә һәм юғары әҙерлек режимына бәйле, күмәк кеше йыйылыу, шул иҫәптән дини объекттарға ла, ҡәтғи тыйыла.
Ошо сәбәпле Ураҙа байрамы онлайн трансляцияла күрһәтеләсәк. Р.Хәбиров дини лидерҙарға әлеге хәлде аңлап, граждандарҙың хәүефһеҙлеге мәнфәғәтендә эшләүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Читайте нас: