Коронавирус эпидемияһына ҡаршы көрәшкә булышлыҡ итеү маҡсатында “Яндекс” бөтә ил күләмендә “Ярҙам эргәлә” тип аталған проект башлап ебәргәйне. Әлеге башланғыс сиктәрендә "Яндекс.Такси" водителдәре ирекмәндәрҙе, табиптарҙы һәм социаль хеҙмәткәрҙәрҙе бушлай алып йөрөй.
Ошо көндәрҙә проектҡа ярашлы мохтаждарға аҙыҡ-түлек тупланмалары тапшырыу эше башланған. Өфөлә ул “Өфө ит-консерва комбинаты” менән берлектә ойошторолған. Хәйриә акцияһына ярашлы, комбинат етештергән колбаса һәм консерва продукцияһынан 5000 аҙыҡ-түлек йыйылмаһы әҙерләнгән. Уларҙы ирекмәндәр "Яндекс.Такси" автомобилдәрендә мохтаждарға тарата. Исемлектәр социаль хеҙмәттәр тарафынан әҙерләнгән. Тәү сиратта унда сәләмәтлеге сикләнгән бала тәрбиәләгән ғаиләләр, яңғыҙаҡ пенсионерҙар индерелгән.
Әйтергә кәрәк, ирекмән таксиҙа бушлай йөрөй. Был хәйриә акцияһында ҡатнашҡан такси водителдәренә юл хаҡы “Ярҙам эргәлә” проекты фондынан түләнә. Фондты тулыландырыуға, йәғни табиптарға, ирекмәндәргә, социаль хеҙмәткәрҙәргә ярҙам итеү эшенә һәр кем өлөш индерә ала, бының өсөн фонд иҫәбенә мөмкинлегегеҙгә ҡарап аҡса күсерә алаһығыҙ. Тулы мәғлүмәт менән help.yandex.ru сайтында таныша алаһығыҙ.