-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Май 2020, 15:50

Апимондияның 47-се конгресына әҙерлек бара

Башҡортостанда «Апимондия» халыҡ-ара умартасылар ассоциацияһының 47-се конгресын һәм «АпиЭкспо» күргәҙмәһен уҙғарыуға әҙерлек дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, улар 2021 йылда республика биләмәһендә үтергә тейеш.

Башҡортостанда «Апимондия» халыҡ-ара умартасылар ассоциацияһының 47-се конгресын һәм «АпиЭкспо» күргәҙмәһен уҙғарыуға әҙерлек дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, улар 2021 йылда республика биләмәһендә үтергә тейеш.
Апимондия башҡарма комитеты ултырышында видеоконференция форматында бөтә донъя форумына әҙерлек буйынса эш мәсьәләләре ҡаралды.
Умартасылар федерацияһы етәкселеге Рәсәй яғынан виза һәм таможня мәсьәләләре буйынса ярҙам күрһәтеүҙең, күберәк ҡатнашыусылар йәлеп итеү өсөн илдә һәм унан ситтә Апимондия конгресын танытыуҙың мөһимлеген билдәләне.
Рәсәй умартасылары өсөн теркәү взностары мәсьәләһенә айырыуса иғтибар бүленде. Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Илшат Тажетдинов Апимондия етәкселегенә Рәсәй умартасыларына льготалы ҡатнашыу хаҡын билдәләү мөмкинлеген ҡарау тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте. Апимондия етәкселеге әлегә был тәҡдимде хупланы һәм тиҙҙән Рәсәй яғы Апимондияға рәсми һорау ебәрә.
Башҡарма комитеттың киләһе ултырышы 6 июнгә тәғәйенләнгән, унда 2021 йылдың сентябрендә Өфөлә үтергә тейешле конгрестың ғилми программаһын әҙерләү тураһында фекер алышыу күҙаллана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Апимондия барышында донъя умартасыларының Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенә, аграр университеттың Еләкле ауылындағы тәжрибә умарталығына, Иглин районында планлаштырылған бал ауылына, Архангел, Шишмә һәм Ишембай райондарындағы тоҡомло ҡорттар умарталығына, «Шүлгәнташ» ҡурсаулығына һәм «Башҡортостан» милли паркына барыу мөмкинлеге бар.
Читайте нас в