+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2020, 12:05

Электрон сервис эш башлай

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов иҡтисадҡа ярҙам күрһәтеү сараларының ҡайһы бер һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов иҡтисадҡа ярҙам күрһәтеү сараларының ҡайһы бер һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.
Көрсөккә ҡаршы штабтың Хәл-шарттар үҙәгенә эш башлау менән барлығы 15,7 мең мөрәжәғәт килгән. Төбәк кимәлендә генә бизнесҡа 3,2 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән.
Көндәлек ҡулланыу тауарҙары етештереүҙе үҙләштергән сәнәғәт секторына Башҡортостандың сәнәғәтте үҫтереү фонды линияһы буйынса кредит ярҙамы булараҡ 116 миллион һум йүнәлтелде. Был тәү сиратта дезинфекция һәм һаҡлау саралары етештергән предприятиеларға ҡағылды. Йыл аҙағына тиклем ошондай ярҙам күләме 450 миллион һум тәшкил итәсәк.
Бынан тыш, урман сәнәғәте предприятиеларына ҡорамалдар алыу өсөн 40 миллион һумлыҡ, еңел сәнәғәт предприятиеларына 158 миллион һумлыҡ субсидиялар ҡаралған.
Ауыл хужалығы тармағына техника алыу маҡсатындағы 316 миллион һумлыҡ субсидияға 172 предприятие эйә булған. Яҙғы сәсеү эштәре тамамланғас, минераль ашламалар алыу өсөн компенсация сифатында тармаҡҡа тағы 480 миллион һум аҡса киләсәк. Ә сентябрь-ноябрь айҙарында ит малы һәм тоҡомло инә мал алыуға 345 миллион һум биреү ҡаралған.
"Май аҙағына тиклем беҙ Һанлы үҫеш министрлығы менән берлектә электрон сервис булдырырға планлаштырабыҙ. Унда һәр эшҡыуарға шәхси ярҙам саралары алыу мөмкинлеге асыласаҡ", – тине Рөстәм Моратов.
Радий Хәбиров был эште дауам итергә ҡушты.
"Иҡтисадҡа ярҙамдың беренсе пакетын таратҡанда, уларҙы тейешле кешеләргә алып барып еткерә алырбыҙмы, тип ҡайғыра инек, – тине ул. – Һандарға ҡарағанда, барыһы ла килеп сыға кеүек. Был эште дауам итәсәкбеҙ".
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Читайте нас: