Башҡортостан йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы белгесе Гөлнур Нәҙерғолова әйтеүенсә, конкурстың төп маҡсаты - Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәтен, шөғөлдәрен тергеҙеү һәм пропагандалау, балаларҙың, үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең һәләттәрен асыу. Конкурс йыл һайын үтә. Элеккеләренә ҡарағанда быйылғыһында үҙгәрештәр бар. Үҙаллы изоляция ваҡытында конкурсҡа эштәр электрон почта аша фото һәм видео материалдар рәүешендә ҡабул ителә. 1-се номинация - "Тыуған яғым - Салауат төйәге", 2-сеһе - "Беҙҙең Еңеү" тип атала, 3-сөһөнә ҡатнашыусылар үҙҙәренең ижади эштәрен - шиғыр һәм хикәйәләрен ебәрә апа.