+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Май 2020, 11:20

Йәшәүгә көс..

Күрше Айраттың урам буйында, ҡоймаһы менән юл араһында, тотошлайы һап - һары, йомшаҡ ҡына бәпембәләр үҫә. Бөтә ерҙә тәртип яратҡан егет инде өсөнсөгә триммеры менән һелтәнеп йөрөй.(Дауамы - һылтанма буйынса беҙҙең сайтта)

Күрше Айраттың урам буйында, ҡоймаһы менән юл араһында, тотошлайы һап - һары, йомшаҡ ҡына бәпембәләр үҫә. Бөтә ерҙә тәртип яратҡан егет инде өсөнсөгә триммеры менән һелтәнеп йөрөй.
- Ңиңә тағын тырылдығыңды сығараһың инде, туғаным? - Газон һымаҡ булһын, апай! - Ун көн эсендә өсөнсөгә сабаһың бит? - Шулай шул, үҙемә лә ҡыҙыҡ булып китте әле... Был ҡояш сәскәләре тағын сығырмы , тағын йылмайышып ултырырмы?! Бер аҙнанан һуң ялтырап ҡалған ер һары түшәк менән ҡапланған ине... Шуға иғтибар иттем: беренсе тапҡыр салғы ҡулы тейгәндән һуң өсөнсө көнгә бәпембәләр ҡапыл тартылып - үҫеп элекке хәленсә ултыралар ине; икенсе тапҡыр - дүрт көндә һабаҡтары күпкә ҡайтышыраҡ үҫеп, сәскә атты, а инде өсөнсөнән һуң - ҡып - ҡыҫҡа булып, ергә түшәлеп кенә тәгәрәшеп ята. Тәбиғәт ҡануны бик көслө: һәр тереклек үҫеп, буй еткереп, емешен бирергә тейеш... Егеттең башҡа ҡулы күтәрелмәне... Бәпембәләр ҙә бер аҙҙан ап - аҡ эшләпәрен кейгәндәр ине...
Читайте нас: