+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2020, 21:25

18 кеше вафат булған

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр иткән һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 88 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр иткән һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 88 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған.
Сирлеләрҙең дөйөм һаны – 2335. Һауыҡҡандар – 763 (һуңғы тәүлектә 49 кеше өҫтәлгән). Республика стационарҙарында 672 сирле дауалана, уларҙың 24-е - ауыр хәлдә, шул иҫәптән алты кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 882 кеше амбулатор шарттарҙа өйҙә дауалана.
Һуңғы тәүлектә коронавирус йоҡторған тағы бер кеше вафат булған. 56 йәшлек ҡатын – Бәләбәй районынан, ул шәкәр диабеты менән сирләгән. Шулай итеп, вафат булғандарҙың дөйөм һаны 18-гә етте.
Пневмония диагнозы менән кисәгенән бөгөнгәсә 41 кеше госпитализацияланған, уларҙың барыһы ла коронавирусҡа тикшерелгән. Ошо уҡ диагноз менән тәүлек эсендә 39 кеше дауахананан сығарылған.
Һуңғы тәүлектә 6557 тикшереү үткәрелгән, 6337 кеше тикшерелгән. Дөйөм һандарға килгәндә, ошо көнгә тиклем 157325 кеше коронавирусҡа тикшерелгән, уларға йәмғеһе 173 047 тикшереү үткәрелгән.
Читайте нас: