Республика ансамблдәре рус йырҙары менән видеоролик әҙерләгән. Ул "Сәләм" һәм "Рәсәй-24" телеканалдарында, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә тапшырыла.23 майҙа Халыҡтар дуҫлығы йортоноң рәсми сайтында боронғо рус йырҙарына арналған республика фольклор байрамын онлайн ҡарарға була, бынан тыш, "Ҡыңғырауҙар сыңы" фольклор байрамы презентацияһы күрһәтелә. Иртәгәнән 24 майға тиклем "Беҙ-славяндар" исеме аҫтында славян мәҙәниәте фестивале планлаштырылған. 6 июндә "Пушкин көнө" онлайн-диктанты ойошторола. Балалар өсөн ҡыҙыҡлы йәнһүрәттәр әҙерләнгән. 24 майҙа "Кириллицанан электрон китапҡа тиклем" тигән виртуаль китап күргәҙмәһе асыла.