Осрашыуҙа Ҡаҙағстандан һәм Ҡырғыҙстандан килгән ирекмәндәр ойошмалары вәкилдәре үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Республика етәксеһе БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына ирекмәндәрҙең Евразия форумын ойоштороуҙы йөкмәтте. Август-сентябрь айҙарында ӨФөлә ошо форумды уҙғарайыҡ, йәштәр тәжрибәләре менән уртаҡлашыр, аралашыр, хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйыр. Һеҙҙе Башҡортостанда көтөп ҡалабыҙ! -тине Радий Хәбиров.