+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2020, 21:40

Ирекмәндәргә страховка ҡараласаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ирекмәндәр менән онлайн осрашыуҙа пандемия осоронда башҡаларға ярҙам ҡулы һуҙған ирекмәндәр стресс кисерә, сирләп китеүҙәре лә мөмкин, тип билдәләне.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ирекмәндәр менән онлайн осрашыуҙа пандемия осоронда башҡаларға ярҙам ҡулы һуҙған ирекмәндәр стресс кисерә, сирләп китеүҙәре лә мөмкин, тип билдәләне.
- Беҙгә юридик гарантиялар тураһында ныҡлап уйларға кәрәк. Мин беҙҙең республикала ирекмәндәрҙең ғүмерен һәм сәләмәтлеген страховкалау нормаларын индереү тураһында ҡарар ҡабул иттем, -тине төбәк етәксеһе.
Ул шулай уҡ ирекмәнлек функцияларын башҡарғанда һаулығына зыян килгән ирекмәндәргә страховка компенсацияһы өсөн бюджеттан аҡса бүленәсәген белдерҙе. Ҡайһы бер страховка ойошмалар был башланғысҡа ҡушылырға әҙер. 28 майға был закон проектын ҡабул итергә кәрәк, тине республика Башлығы.
Читайте нас: