Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үткәргән сираттағы онлайн брифингта төбәктә коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәр иғлан ителде.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 92 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған. Сирлеләрҙең дөйөм һаны – 2247. Һауыҡҡандар – 714 (һуңғы тәүлектә 45 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 17. Республика стационарҙарында 652 сирле дауалана, ҡалғандар – амбулатор шарттарҙа.
Онлайн брифингта Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак республикала эшләгән лабораториялар һаны менән таныштырып үтте. Әлеге ваҡытта төбәктә дүрт федераль ҡарамаҡтағы лаборатория эшләй: икәүһе Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә, ҡалғандары Башҡортостан дәүләт медицина университетына һәм Федераль яза башҡарыу идаралығына ҡарай.
Унан тыш, Һаулыҡ һаҡлау министрығы ҡарамағындағы – 11, дүрт шәхси лаборатория эшләй. Һуңғы тәүлектә 6033 тикшереү үткәрелгән. Дөйөм һандарға килгәндә, ошо көнгә тиклем 157 325 кеше коронавирусҡа тикшерелгән, уларға йәмғеһе 166 490 тикшереү үткәрелгән. Был сик түгел – лаборатория ҡәеүәттәрен артабан арттырасаҡтар, тине Анна Казак.
Рәсәйҙә иһә 299 941 кеше коронавирус менән сирләй, һуңғы тәүлектә был ауырыу йоғоуҙың 9263 осрағы теркәлгән. Бөтәһе 76 130 пациент һауыҡҡан, 2 837 кеше вафат булған.