Бөгөн обсерваторҙа ике аҙна булғандан һуң 156 вахтасы йорттарына ҡайтты. Уларҙы бөтә санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәп автобустарҙа Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларына алып килделәр, артабан улар өйҙәренә ҡайтты.
Был юлы вахтасылар араһында 25 ҡатын-ҡыҙ булған, уларға обсерваторҙа айырым этаж бүленгән. Вахтасыларҙан ике тапҡыр анализдар алынған, ҡулдарында - уларҙың кире һөҙөмтәләре.