+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май 2020, 21:30

Ташламалы заем бирелә

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Сәнәғәт сәғәте" тәртибендә онлайн кәңәшмә үткәрҙе.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Сәнәғәт сәғәте" тәртибендә онлайн кәңәшмә үткәрҙе.
Унда ҡатнашыусылар урман, еңел һәм химия сәнәғәтендәге инвестиция программаларын һәм проекттарын тормошҡа ашырған төбәк предприятиелары үҫешендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Атап әйткәндә, Ишембай ойоҡ фабрикаһы, Өфөләге "Синтез ТНП", "Урал урманы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре етәкселәре предприятиеларҙағы хәл менән таныштырҙы. Республика етәксеһе Сәнәғәт һәм энергетика министрлығына уларға инвестиция пландарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтеү бурысын йөкмәтте.
Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бойороғона ярашлы, Сәнәғәтте үҫтереү фондында проекттарға аҡсалата ярҙам күрһәтеү йәһәтенән “Эпидемиологик ауырыуҙарға ҡаршы эш итеү” һәм “Көрсөккә ҡаршы саралар” тигән яңы программалар барлыҡҡа килде. Фондты финанс менән өҫтәмә тәьмин итеүгә республика ҡаҙнаһынан 200 миллион һум аҡса бүленде.
Программаларҙың беренсеһе эпидемиологик сирҙәрҙе асыҡлау өсөн ҡорамалдар, ауырыуҙарҙан һаҡланыу, иҫкәртеү һәм дауалау продукцияһы, шәхси һаҡлыҡ саралары, дарыуҙар, медицина тауарҙары сығарған ойошмаларҙы финанслауға йүнәлтелһә, икенсеһенең маҡсаты – тышҡы факторҙарҙы иҫәпкә алып, Башҡортостан иҡтисадының реаль секторының тотороҡло эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү. Уға ярашлы, республиканың Сәнәғәтте үҫтереү фонды предприятиеларға ябайлаштырылған тәртиптә айырым маҡсатлы заем бирә. Ойошмаларҙың проекттары йылдам ҡарала. Улар ташламалы заемды ҡорамалдар, сеймал, материалдар, шулай уҡ сит илдәрҙән бик мөһим әҙер продукция һатып алыуға тотона ала.
Әле Фонд 112 миллион һумлыҡ алты проектты финанслап өлгөргән дә инде. Әйткәндәй, яңы программалар, заем бирелгән предпритиелар менән ентеклерәк Башҡортостандың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы сайтында танышырға мөмкин.
Читайте нас: