+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Май 2020, 11:00

Милли проекттар нисек тормошҡа ашырыла?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Именлек Советы Секретары Николай Патрушев менән ил Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың видеоконференцэлемтә тәртибендә үткәрелгән берлектәге ултырышында ҡатнашты.

Унда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышындағы хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы эш итеү буйынса өҫтәмә сараларға бәйле мәсьәләләр тикшерелде. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар бюджет аҡсаһын файҙаланыуға контролде көсәйтеүгә, милли проекттарҙы тормошҡа ашырғанда аҡса урлауға юл ҡуймауға айырым иғтибар бирҙе, хоҡуҡ һаҡлау, контроль-күҙәтеү ведомстволарының, төбәк власть органдарының һәм урындағы үҙидараның ғәмәлдәрен көйләүҙең мөһимлеген билдәләне.
Игорь Комаров әйтеүенсә, ошо өлкәлә законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса бурыстарҙы тормошҡа ашырыу ҙур әһәмиәткә эйә. Ултырышта шулай уҡ халыҡты тәбиғи һәм техноген ғәҙәттән тыш хәлдәр сығыу хәүефенән һаҡлау мәсьәләләре буйынса фекер алыштылар.
Читайте нас: