+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Май 2020, 10:50

Туристарҙы алып ҡайтыу дауам итә

Әле һаман сит илдәрҙә яҡташтарыбыҙ ҡала килә. Мәҫәлән, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә лә Рәсәй кешеләре байтаҡ.

Әле һаман сит илдәрҙә яҡташтарыбыҙ ҡала килә. Мәҫәлән, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә лә Рәсәй кешеләре байтаҡ.
Ошо көндәрҙә уларҙы илебеҙгә алып ҡайтасаҡтар. Был турала республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов хәбәр итте. Һүҙ бер нисә тиҫтә кеше тураһында барыуы ихтимал.
“22 майҙа Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән Мәскәүгә туристарҙы алып ҡайтыу ойошторола. Махсус рейсты Аэрофлот йәки “Рәсәй” компанияһы башҡарасаҡ. Беҙҙең республика кешеләренә Дәүләт хеҙмәттәре сайтында теркәлеү үтергә кәрәк. Әле был процесты еңеләйттеләр. Бының өсөн республика гражданының исем-шәрифен күрһәтмәй генә хат ебәрәсәкбеҙ, улар ошо рейс менән тыуған яғына ҡайта аласаҡ. Илгә килеп төшкәс, уларға Мәскәү өлкәһендә обсерваторҙа йәшәргә тура киләсәк. Аҙаҡ өйҙәренә ҡайта аласаҡтар”, – тине Салауат Нафиҡов.
Читайте нас: