+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2020, 11:45

“Алға” ярҙамында иҫәпләшеү – иң отошло һәм хәүефһеҙ алым

“Алға” транспорт картаһын файҙаланыу хәҙер тағы ла уңайлыраҡ. Республикала уны тулыландырыу селтәре ярайһы уҡ киңәйҙе.

“Алға” транспорт картаһын файҙаланыу хәҙер тағы ла уңайлыраҡ. Республикала уны тулыландырыу селтәре ярайһы уҡ киңәйҙе.
Башҡортостандағы Qiwi селтәренең 2577 түләү терминалында (шуларҙың 851-е – Өфөлә) картаны ҡулаҡса менән комиссияһыҙ тулыландырыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн терминалдағы “Транспорт карталары” менюһында “Алға”ны һайларға, уның номерын яҙып, ҡулаҡсаны һалырға кәрәк. Әйткәндәй, картаға аҡса реаль ваҡыт режимында күсә. Терминал аша картаны тулыландырыу иң хәүефһеҙ алым булып тора.
“Алға”ға аҡсаны интернет аша ла һалыу бик уңайлы. Хәҙер бындай хеҙмәт Qiwi.com сайтында ла бар. Унда ла комиссия түләтелмәй. Банк карталарынан Qiwi янсығына аҡса операторҙың тарифына ярашлы күсерелә.
Транспортта юл хаҡын “Алға” ярҙамында түләү - иң отошло һәм хәүефһеҙ ысул. Бөтә республика буйынса автобустар, троллейбустар, трамвайҙарҙа, шулай уҡ шәхси предприятиеларҙың маршрут таксиҙарында “Алға” менән иҫәпләшергә мөмкин.
Ентеклерәк мәғлүмәтте algacard.ru сайтында йәки 8 (917) 347-88-00 телефоны аша алырға була.
Әле Башҡортостанда 302223 “Алға” берҙәм транспорт картаһы һатылған.
Читайте нас: