+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2020, 12:30

Прокуратурала “ҡыҙыу бәйләнеш”

Район прокуратураһында 25 майҙа 14.00-дән 16.00 сәғәткә тиклем 8(34740) 2-14-47 телефоны буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш” була.

Ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм ветерандары, тыл эшсәндәре һәм бүтән кешеләр өсөн ойошторола һәм РФ Президентының 2020 йылдың 7 февралендәге “Рәсәй Федерацияһы граждандарының ҡайһы бер категорияларына 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75-се йыллығы менән бәйле бер тапҡыр аҡса түләү тураһында” 100-сө Указы үтәлеше һорауҙары ла ҡабул ителә.
28 майҙа 16.00 сәғәттә 8(34740)2-13-62 телефоны буйынса бәлиғ булмағандарҙың торлаҡҡа хоҡуҡтарының күҙәтелеүе буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш” үтәсәк.
Бынан тыш, ошо уҡ көндәрҙә юғарыла әйтеп үтелгән һорауҙар буйынса граждандарҙы тематик ҡабул итеүҙәр уҙғарыла.
Марсель ҒИЛӘЖЕВ,
район прокуроры ярҙамсыһы, 1-се класлы юрист.
* * *
Район прокуратураһы тарафынан коронавирус шарттарында граждандарҙың хоҡуғын тәьмин итеү буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш» ойошторолдо.
Дарыуҙар менән тәьмин итеү, медицина ярҙамын тейешенсә күрһәтмәү мәсьәләләре, шул иҫәптән дауалау учреждениеларында карантин саралары индерелеү сәбәпле пациенттарҙы дауаханаға һалыуҙан баш тартыу һорауҙары буйынса ойошторолған был “ҡыҙыу бәйләнеш” даими нигеҙҙә уҙғарыла. Һорауҙар һәм ялыуҙар менән һеҙ район прокуратураһына: БР Ғафури районы, Красноусол ауылы, Фрунзе урамы, 35-се йорт адресына йәки 8(37470) 2-24-20, 2-10-52 телефондары буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Илмир ИҘРИСОВ,
район прокуроры ярҙамсыһы, 1-се класлы юрист.
Читайте нас: