+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2020, 17:40

Тәүлек эсендә 90 кешелә коронавирус инфекцияһы асыҡланған

22 майға мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда эпидемия башланғандан алып коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 2 514 осрағы асыҡланған. Тәүлек эсендә улар 90-ға артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф сайтында.

Әлеге ваҡытта республикала сирлеләр — 1 704 кеше, һауыҡҡандар — 792, коронавирустан үлеүҙең яңы осраҡтары тураһында хәбәр ителмәй (бөтә осорҙа 18 кеше).
Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙең 84 төбәгендә яңы коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың 8 894 осрағы теркәлгән.
Илдең 85 төбәгендә бөтәһе 326 448 сирле асыҡланған. Шулай уҡ бер тәүлектә 150 үлем осрағы теркәлгән. Бөтә осорҙа Рәсәйҙә 3 249 кеше вафат булған.
Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙә 7 144 кеше коронавирус инфекцияһынан һауығып сыҡҡан. Илдә һауыҡҡан пациенттар һаны 99 825-кә еткән.
Читайте нас: