+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Май 2020, 00:05

Брифинг үтте

Бөгөн республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин 2019-2020 уҡыу йылы йомғаҡтарына арналған брифинг үткәрҙе.

Бөгөн республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин 2019-2020 уҡыу йылы йомғаҡтарына арналған брифинг үткәрҙе.
Унда һүҙ быйыл Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыу, “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһын уҙғарыу, сығарылыш уҡыусыларына аттестат биреү үҙенсәлектәре һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр тураһында барҙы.
Тағы бер тапҡыр БДИ тураһында
Быға тиклем хәбәр итеүебеҙсә, быйыл Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары уҡыу йортона инергә йыйынған уҡыусылар ғына тапшыра. Урта дөйөм белем тураһындағы аттестат йыллыҡ билдәләр нигеҙендә биреләсәк. БДИ-ның 29 июндә башланасағы, ҡайһы фәндән имтихандың ҡасан үтәсәге тураһында сығарылыш класс уҡыусылары, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр хәбәрҙар. Министр ул даталарға тағы берҙе туҡталып үтте. Шулай уҡ расписаниела бөтә фәндәр буйынса резерв көндәр булдырыласаҡ.
Берҙәм дәүләт имтихандары “Роспортребнадзор” идаралығының коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле күрһәтмәләренә ярашлы ойоштороласаҡ. Һынау үтәсәк пункттарҙа ойоштороусыларҙың да, уҡыусыларҙың да тән температураһын үлсәйәсәктәр, бүлмәләр алдан дезинфекцияланасаҡ. Уҡыусыларҙы бер-береһенән 1,5 метр арауыҡта ултыртасаҡтар.
“Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһын үткәреү
Рәсәй Мәғариф министрлығы күрһәтмәһенә ярашлы, быйыл “Һуңғы ҡыңғырау” мәктәптә яңғырамаясаҡ. Ул дистанцияла ғына ойошторола. Хәбәр итеүебеҙсә, тантананы үткәреү көнө итеп 29 май тәҡдим ителде.
Аттестаттар нисек тапшырыла?
9-сы һәм 11-се класты тамамлағандарға белем тураһында таныҡлыҡ 15 июнгә тиклем тапшырыласаҡ. Коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау маҡсатында барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптар теүәл үтәлергә тейеш.
Йәйге ял – 2020
Быйыл йәйге ял кампанияһы 13 июлдә башлана. “Беҙҙең алда ошо осорға тиклем балаларҙың буш ваҡытын ойоштороу бурысы тора”, - тип белдерҙе министр. Өҫтәмә белем биреү учреждениелары, шулай уҡ өҫтәмә белем биреү программаларын ғәмәлгә ашырған мәктәптәр был йүнәлештәге эште 30 июнгә тиклем дауам итәсәк. Уларҙың сайтында барлыҡ күнекмәләрҙең, түңәрәктәрҙең расписаниеһы ҡуйыласаҡ. Бында һүҙ башлыса онлайн-күнекмәләр тураһында бара.
1 июндән республикала мәктәп йәшендәге балалар өсөн онлайн-сменалар эшләй башлаясаҡ. Уларҙың оҙайлығы – 5-14 көн.
Лагерҙарҙың әҙерлеге
Бөгөнгә республика биләмәһендә балаларҙың ялын ойоштороу һәм сәләмәтлеген нығытыу менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың реестры төҙөлгән. Унда барлығы 2140 лагерь ингән. Тағы ла 490 ойошма санитар-эпидемиологик һығымта алыу өсөн объектты әҙерләү буйынса эштәрҙе дауам итә. Был эштәр июнь айында тамамланасаҡ.
Брифингта шулай уҡ балалар баҡсаларындағы дежур төркөмдәрҙең эшмәкәрлеге, беренсе һәм унынсы кластарға уҡыусылар ҡабул итеү тураһында ла һүҙ алып барылды.
Фото: education.bashkortostan.ru
Читайте нас: