+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Май 2020, 00:15

“Терра Башҡортостан” үткәрелә

Шәмбе Башҡортостанда, юғары әҙерлек режимын йомшартыу осоронда иң беренсе сара булып, ат спорты турниры уҙасаҡ.

Шәмбе Башҡортостанда, юғары әҙерлек режимын йомшартыу осоронда иң беренсе сара булып, ат спорты турниры уҙасаҡ.
Турнирҙың өсөнсө этабы Өфөләге Т. Күсимов исемендәге “Аҡбуҙат” ипподромында тамашасыларһыҙ, бар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ярашлы ойоштороласаҡ. Унда Архангел, Бөрө, Иглин һәм Салауат райондары вәкилдәре ипподромдың юртаҡтарында сабышасаҡ. Бәйгеләр шәмбе сәғәт 11.55-тә Башҡортостан юлдаш радио һәм телевидениеһы каналында күрһәтелә башлаясаҡ. Спорт сараһы менән федераль телеканалдар ҙа таныштырасаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Терра Башҡортостан” турниры беренсе тапҡыр былтыр үткәрелгәйне. Ул республиканың 100 йыллығына арналғайны. Турнирҙың маҡсаты – республика райондарында йылҡысылыҡты һәм ат спортын үҫтереү кимәлен күтәреү арҡылы башҡорт аттары генофондын булдырыу һәм арттырыу. Бынан тыш, ошондай саралар ярҙамында милли йолалар һаҡланасаҡ һәм сәләмәт тормош алып барыу пропагандаласаҡ.
Был хаҡта ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектында ла әйтелә. Әйткәндәй, турнир махсус рәүештә бер нисә өлөшкә бүленгән. Был иһә сарала республикалағы бар райондар ҙа үҙ көсөн һынап ҡарай алһын өсөн эшләнә.
Читайте нас: