+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Май 2020, 11:00

Изге байрам менән! Хөрмәтле район халҡы!

Һеҙҙең барығыҙҙы ла изге Рамаҙан айы тамамланыуы һәм төп мосолман байрамдарының береһе – Ураҙа ғәйете етеүе менән ысын күңелдән ҡотлайым!

Был матур байрам изге ураҙаның төп ҡиммәттәрен – рухи таҙарыныу, именлек һөйөү, миһырбанлыҡ, изге эштәр ҡылыуҙы кәүҙәләндерә. Был ҡиммәттәр бөтә кешеләргә лә берҙәй үк яҡын һәм аңлайышлы. Улар дуҫлыҡҡа һәм бар ҡылыуға, изгелеккә һәм мохтаждарға ярҙам итеүгә, хәстәрлек күреүгә әйҙәй, борондан тыныслыҡ һәм татыулыҡ нигеҙе булып хеҙмәт итә.
Ошо бөйөк байрамда мин һәр йортҡа һәм һәр ғаиләгә нур һәм шатлыҡ, татыулыҡ, изгелек һәм именлек керһен, тип теләйем. Ураҙа байрамы һәммәбеҙгә күңел тыныслығы һәм үҙ көсөбөҙгә ышаныс бүләк итһен. Тормош юлығыҙ һәйбәт эштәр менән генә оҙатылһын. Барығыҙға ла күп йылдарға етерлек һаулыҡ, бәхет, барса һәйбәт эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: