+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Май 2020, 16:05

Бәрәкәтле йәй

Быйылғы һыйыр йылындағы йәй, айырыуса былтырғы ҡоролоҡтан һуң, бигерәк тә "мул ҡуллы" булды. Хоҙайҙың бер кирәмәте: нимәне генә алма, ғәжәп ныҡ уңды.

Быйылғы һыйыр йылындағы йәй, айырыуса былтырғы ҡоролоҡтан һуң, бигерәк тә "мул ҡуллы" булды. Хоҙайҙың бер кирәмәте: нимәне генә алма, ғәжәп ныҡ уңды.
Ауыл халҡы: "Аяғың тыпылдамаһа, ауыҙың шапылдамай", - тип кинәнеп китеп еләген, ҡарағатын йыйҙы, муйылын тирене, баланын һындырып баулап элде, ҡомалағын бәйләне, төрлө үлән - мүләнен әҙерләне. Кемгә генә кермә: йә ҡайнатма ҡайнаталар, йә ҡаҡ ҡоялар, йә, һис булмаһа, еләҫ урынға еләк - емешен киптерергә һалалар. Шунан ҡыш буйы Эстәрле баҙарына барып, артығын һатып, бала - сағаларына кейем - һалым, өйөнә ваҡ - төйәк алып ҡайта улар. Был егәрле ауылды урман кейендерә, ашата, шуға кешеләре лә тәбиғәткә рәхимле, рәхмәтле була белә: йыл да күмәкләп ағас ултырта, яҙ һайын тирә - яҡ йылға - күлдәрҙе ылымыҡтан таҙарта. Бесән ваҡыты етһә, бер соҡор - саҡыр, урман эсе ҡалмай, ялтыратып сабып ҡуялар... Бер көн шулай бесәндән ҡайтып килгәндә, Гөлйыһан килен, әлморондоң иҫ китерлек уңғанын күреп, хайран ҡалды. Күпме йәшәп, бындай "ожмах байлығын" күргәне юҡ ине. Ҡыуаҡтар тик емештән генә торамы ни, алыҫтан уҡ ут кеүек яна... Һатыу - алыу эшенә оҫтарып алған йүнсел килен, тиҙ арала күрше Ҡаран ауылына барып, әптиктән алған - йыйғандарын белешеп ҡайтты. Торғаны - аҡса бит ул әлморон! Беренсе көн, ике ҡыҙын эйәртеп, үҙе лә сыҡты. Гөлйыһан еңгә ҡыҙҙарына ағасты һындырмай ғына нисек тоторға, сәнселмәй таҙа итеп йыйырға күрһәтте. Шул көндән алып, Әлфинур менән Наҙгөлгә был эш йөкмәтелде лә инде... Ике үҫмер ҡыҙ көн дә иртән берәр ҡыйырсыҡ әпәй, бер - ике ҡыяр алып урманға китәләр. Тәүҙә Арал башын, шунан Аҡбалсыҡ буйын, аҙаҡ йыраҡтағы Йәймәрҙе иңләп - буйлап бер айлап йөрөнөләр ҙә йөрөнөләр... Ямғыр ҙа яумай бит, исмаһам! - тиҙәр ине ҡайһы көн, ялҡып киткән саҡта. Ҡыҙҙар бер ҡыуаҡ янына килеп баҫалар ҙа: йә яңы ишетелгән йырҙарҙы йырлай - йырлай, йә уҡыған китаптарын, йә ҡараған фильмдарын, йә үҙҙәренең хыялдарын һөйләй - һөйләй, тирейҙәр ҙә тирейҙәр... Урманда еләҫ, көндөң ҡыҙыулығы ла артыҡ һиҙелмәй. Асығып - һыуһап китһәләр, Иҙел буйына төшөп, өйҙән алған әпәйҙәрен һыуға манып, ҡыярға ҡушып ашап алалар, услаптырып һыу эсәләр, көн ныҡ эҫе булһа, һыу инәләр. - Кем шәберәк йөҙә? - Кем Иҙелдең аръяғына йөҙөп сығырға йөрьәт итә? - Кем һыу төбөнә сумып таш алып сыға? - Кем ағымға ҡаршы күберәк йөҙә ала? Һыуҙа үҙҙәрен балыҡ һымаҡ тойған ҡыҙҙар төрлө ярыштар ойошторалар, ҡыҙынып та алалар. - Рәхәт, бер кем дә ҡамасауламай...
Көн дә Әлфинур рюкзағына 3 биҙрә, ни тиһәң дә өс йәшкә апай ҙа инде, Наҙгөл 2 биҙрә йыйып һала, ҡулдарындағы биҙрәләрҙе лә тултырып, кискә генә әйләнеп ҡайталар. Ә инде әлморондоң моронон таҙартыу бәләкәй һеңлеләренә төшә: аласыҡтағы өҫтәлгә йәйептереп һалалар ҙа, кемуҙарҙан: "Эш бөткәс, уйнарға ярай", - тип таҙарта башлайҙар. Ныҡ итеп иҙелеп бешкән емештәрен һурып - һурып ташлайҙар, ҡайһы ваҡыт орлоҡтарын яңылыш йоталар ҙа: - Эсебеҙҙә ағас үҫерме икән, - тип көлөшәләр. Гөлйыһан еңгәй бер ваҡытта ла балаларын әрләмәй: "Эшләгәнең минең өсөн, өйрәнгәнең үҙең өсөн", - тип кинәйәләп кенә әйтә лә, үҙе башлап күрһәтеп бирә. Инәләре күп балаға көн дә ҡомалаҡ башына ғына баҫып, мейес тултырып әпәй - пиругын һала, аҙаҡ шул йылы мейескә алты таба тултырып, емештәрҙе киптерергә ҡуя. Улар таң атыуға алһыуланып матур итеп, тигеҙ генә булып кибеп сыға...
Гөлйыһан апай тоҡ - тоҡ, гәрәбә кеүек, емештәрҙе аптекаға килтергәс, мөдирҙең күҙе дүрт булды, йөҙө яҡтырып китте. " Былай булғас, хөкүмәт планы артығы менән үтәлде, премияһы ла мул буласаҡ", - тип шатлығы эсенә һыймай, йүгерә - атлай йөрөнө. Үлсәп, алыш - биреш иткәс, мөдир Гөлйыһанға аҡсаһын да ҡутара бирҙе, бер арба итеп мамығын да тейәшеп ебәрҙе. Эш рәтен белгән булдыҡлы ҡатын тиҙ арала әллә нисә юрған, түшәк һырып та ҡуйҙы: - Магазинда кәштәләр буп - буш, ә уның һәр балаһы түшәк - юрғанлы булды, әле бирнәгә лә өс еткән ҡыҙына ла арттырҙы . Ғәзиздәре, хан һымаҡ, иҙерәп рәхәтләнеп йомшаҡ пастилдә йоҡлаһындар әле! Гөлйыһан килен дә, бөтә ауылдаштары һымаҡ, 1 сентябргә балаларын сынъяһау итеп, өр - яңынан кейендерҙе. Шулай итеп, быйыл да был уңған ауыл халҡы тәбиғәт биргән байлыҡ менән башы - күҙе асылып, хәл алды...
Гөлназ Нафикова (Ғәбитова).
Ябалаҡ ауылы.
Читайте нас: