-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Май 2020, 15:20

“Беҙ төҙәтмәләр индереү яҡлы"

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы 21 майҙа Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүгә әҙерлекте тәьмин итеү буйынса ҡарарын баҫтырып сығарҙы.

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы 21 майҙа Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүгә әҙерлекте тәьмин итеү буйынса ҡарарын баҫтырып сығарҙы.
Комиссия был сараға әҙерлек өсөн бер ай китәсәген белдерҙе, ә ҡасан тауыш бирәсәгебеҙ Президент указында күрһәтеләсәк. Илдә коронавирусҡа бәйле хәлдең тотороҡланыуы һәм карантин сараларының ҡайһы берҙәре туҡтатылыуы ошо йүнәлештә эш башлау мөмкинлеген асты.
Республиканың Йәмәғәт палатаһы тауыш биреүҙә йәмәғәт күҙәтеүен ойоштороуға ныҡлап тотонған.
"Беҙ иң ҙур 22 йәмәғәт берләшмәһе һәм коммерцияға ҡарамаған ойошма менән килешеүҙәр төҙөнөк. Улар – профсоюздар, йәш студент-сәйәсмәндәр лигаһы, һөнәрселәр палатаһы, ирекмәндәр хәрәкәте, инвалидтар берекмәһе һәм башҡалар. Шулай уҡ ябай граждандар ҙа күҙәтеүсе була ала", – тине Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина.
Конституцияға төҙәтмәләр индереү өсөн тауыш биреү барышын сәйәси партиялар вәкилдәре лә күҙәтәсәк.
– “Рәсәй патриоттары” партияһы бер ай элек Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы менән килешеү төҙөнө. Әле беҙҙең әүҙем ағзаларыбыҙ ҡала-райондарҙа Конституцияға төҙәтмә индереү буйынса халыҡ араһында аңлатыу эше алып бара. Беҙ мотлаҡ үҙебеҙҙең күҙәтеүселәребеҙҙе ҡуясаҡбыҙ. “Рәсәй патриоттары” ағзалары фекеренсә, төҙәтмәләр индереү - мөһим һәм көнүҙәк мәсьәлә, – тине партияның төбәк бүлексәһе рәйесе Заһир Хәкимов.
Республиканың Йәмәғәт палатаһы, партиялар һәм йәмәғәт ойошмалары Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнөндә күҙәтеүсе булырға теләгәндәрҙән ғаризалар ҡабул итә. Ғариза һәм документтар формаһы палатаның рәсми сайтында - https://op.bashkortostan.ru/.
Әле федераль мәғлүмәт агентлыҡтары мәғлүмәттәре буйынса, Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү 24 июндә йәки 8 июлдә үтеүе ихтимал.
Читайте нас: