+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Май 2020, 15:40

Эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтә

26 – 29 майҙа Башҡортостанда Эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтә.

26 – 29 майҙа Башҡортостанда Эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтә.
2020 йыл бар донъя иҡтисадына һынау ебәрҙе. Хәҙер “иҫке” эшҡыуарлыҡ өсөн талаптарға ярашлы булмаған ҡарарҙар һәм йүнәлештәр талап ителә. Әгәр ошоға тиклем был мәсьәлә һуңғараҡ ваҡытҡа ҡалдырыла килһә йәки көнүҙәк тип һаналмаһа, хәҙерге хәлдәр үҙеңдең аҙыҡ-түлегеңде йәиһә хеҙмәттәреңде онлайн-инструменттар аша тәҡдим итергә өндәй. Буласаҡ сарала йүнселдәрҙе эшҡыуарлыҡты һанлаштырыуға күсерергә һәм көрсөктә лә яңы офоҡтар күрергә өйрәтәсәктәр.
Аҙналыҡта ҡатнашыусылар көн һайын онлайн режимда ике-өс сараға инә ала. Улар араһында эшҡыуарлыҡ иртәлектәре, Бөтә Рәсәй конференцияһы һәм онлайн-эшҡыуарлыҡты ойоштороу буйынса оҫталыҡ кластары, уңыш ҡаҙанғандарҙың сығыштары көтә.
Спикерҙар сифатында бизнесмендар, шул иҫәптән “Wildberries”, “OZON”, “Mail.ru Grouр”, “Яндекс”, “AliExpress” менеджерҙары, йәмәғәтселек эшмәкәрҙәре, түрәләр һәм иҡтисадсылар сығыш яһай.
Сара YouTube платформаһында үткәреләсәк.
Көнүҙәк мәғлүмәттәр менән республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының сайтында танышырға мөмкин: https://biznestur.bashkortostan.ru/.
Сараны Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы менән Башҡортостан Хөкүмәте ойоштора.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.
Читайте нас: