+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Май 2020, 16:35

Гоанан туристар ҡайтты

24 майҙа “Өфө” халыҡ-ара аэропорты “Урал авиалиниялары” компанияһының U6-3618 рейсын ҡабул итте, уның менән Башҡортостанға Һиндостандың Гоа провинцияһынан 141 пассажир, Рәсәй граждандары, ҡайтты.

24 майҙа “Өфө” халыҡ-ара аэропорты “Урал авиалиниялары” компанияһының U6-3618 рейсын ҡабул итте, уның менән Башҡортостанға Һиндостандың Гоа провинцияһынан 141 пассажир, Рәсәй граждандары, ҡайтты.
Был рейс Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамы менән ойошторолған. Пассажирҙарҙың барыһы ла юлда йылы аш һәм һалҡын эсемлектәр менән тәьмин ителгән. Улар араһында 88 яҡташыбыҙ бар.
Осош барышында самолет Дондағы Ростов ҡалаһында туҡтаған. Рейсты хеҙмәтләндереү өсөн “Өфө” аэропортында халыҡ-ара терминал эшләгән, коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү өсөн барлыҡ саралар күрелгән.
Килгәндән һуң 27 пассажир, шул иҫәптән Башҡортостандан ете кеше, ике аҙнаға обсерваторға, изоляцияға ебәрелгән. Татарстан, Удмурт Республикаларынан, Һамар, Силәбе, Түбәнге Новгород өлкәләренән булған 14 пассажир өсөн төбәктәргә махсус рейстар ойошторолған. Өс кеше артабан самолет менән Екатеринбургҡа осҡан.
Рейсты хеҙмәтләндергәндән һуң Өфө ҡалаһының Үҙәк санитар хеҙмәте вәкилдәре терминалды дезинфекциялаған.
Мәғлүм булыуынса, был - “Өфө” аэропорты Гоанан ҡаршы алған икенсе рейс, тәүгеһе 27 апрелдә тормошҡа ашырылғайны, ул саҡта 162 пассажир тыуған яғына ҡайтҡайны.
Фото “Өфө” халыҡ ара аэропортының матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас: