Ҡалала эш сәфәре менән булған республика Башлығы Радий Хәбировҡа “Блэк Стоун” йәмғиәтенең генераль директоры Олег Булгаков әйтеүенсә, ошо ваҡыт эсендә ике цех, диспетчер бүлмәһе реконструкцияланған, таш эшкәртеү станоктары, крандар ҡуйылған. Предприятиела 60 яңы эш урыны булдырыу күҙаллана. Ташты Баймаҡ районындағы ятҡылыҡтан алалар. Унан йөҙләү плитәләре, брусчатка, бордюр яһаясаҡтар.