+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Май 2020, 16:40

Нью-Йорктан да яҡташтарыбыҙ ҡайтты

24 майҙа “Өфө” аэропортында тәүге тапҡыр АҠШ-тан ойошторолған рейсты ҡаршы алдылар. “Аэрофлот” компанияһының Boeing 777-300ER борты Нью-Йорктан 23 майҙа осҡан, рейсҡа 370 пассажир теркәлгән.

24 майҙа “Өфө” аэропортында тәүге тапҡыр АҠШ-тан ойошторолған рейсты ҡаршы алдылар. “Аэрофлот” компанияһының Boeing 777-300ER борты Нью-Йорктан 23 майҙа осҡан, рейсҡа 370 пассажир теркәлгән.
8 сәғәт 30 минуттан һуң ул тәүҙә Мәскәүҙең Шереметьево аэропортында туҡтаған. Унда Башҡортостан пассажирҙары өсөн Airbus-320 борты әҙерләнгән. Шулай итеп, артабан “Аэрофлот” компанияһының SU-1258 рейсы менән Өфөгә 126 кеше килгән. Уларҙың барыһы ла - пандемия осоронда АҠШ-тың төрлө штаттарында, ҡалаларында ҡалған Рәсәй граждандары. Яҡташтарыбыҙ осоу барышында Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында эҫе аш һәм һалҡын эсемлектәр менән тәьмин ителгән.
Терминал эргәһендә пассажирҙарҙы автобус ҡаршы алған һәм 27 кеше, шул иҫәптән 21 яҡташыбыҙ обсерваторға оҙатылған. Удмурт, Татарстан Республикаһынан, Силәбе, Һамар, Ульяновск, Свердловск өлкәләренән, Пермь крайынан булған 99 пассажир өсөн властар Өфөнән ошо төбәктәргә трансфер ойошторған.
АҠШ-тан килгән рейсты хеҙмәтләндереү өсөн Өфө аэропортында 2-се Терминал асылған. Коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү йәһәтенән барлыҡ санитар-эпидемиологик саралар күрелгән. Терминал, самолет борты Өфөнөң Үҙәк санитар хеҙмәте тарафынан зарарһыҙландырылған.
Фотолар рәсми сығанаҡтан.
Читайте нас: