23 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөрйән районына эш сәфәре барышында энергия туплау системаһы булған 10 МВт ҡеүәтле селтәрле ҡояш электр станцияһының эше менән танышты.
Билдәле булыуынса, уны быйыл февралдә XIX Рәсәй сәнәғәт форумы барышында сафҡа индерҙеләр. Илдәге иң ҡеүәтле электр станцияларының береһен “Хевел” компаниялар төркөмө төҙөнө. Проектҡа һалынған инвестициялар күләме бер миллиард һум самаһы тәшкил итте.
Төркөмдөң проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса директоры Мстислав Арапов һүҙҙәренсә, станция тулыһынса автоматлаштырылған һәм автономлы режимда эшләүгә иҫәпләнгән. Был районды электр менән туҡтауһыҙ тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк. Яңы станцияны әлеге селтәрҙәргә тоташтырыу һәм уны тулы ҡеүәттә сафҡа индереү өсөн компания белгестәре әле “Башкирэнерго” менән берлектә эш алып бара.
Республика Башлығы “Хевел” вәкилдәрен алдағы көндәрҙең береһендә буласаҡ “Инвестиция сәғәте”нә саҡырҙы, унда ошондай уҡ станцияларҙы Көйөргәҙе һәм Хәйбулла райондарында төҙөү буйынса фекер алышасаҡтар.
“Инвестор булараҡ, һеҙҙең Башҡортостанда үҙегеҙҙе уңайлы тойоуығыҙ мөһим. Беҙгә яңы башланғыстар йәһәтенән хеҙмәттәшлек итеү әһәмиәтле, сөнки киләсәгебеҙ тап ошондай проекттарға бәйле”, – тип билдәләне Радий Фәрит улы.