+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Май 2020, 16:25

Сәйер аҡлан

Быйыл августың һуңғы көндәре лә иҫ китмәле йылы, аяҙ килде, июль айы дауам итәме ни?! Бала - саға һаман һыу буйынан ҡайта белмәй көнө - төнө Ҡажат йылғаһы буйында ҡомдан төрлө һауыт - һаба, өй эшләп уйнайҙар.

Быйыл августың һуңғы көндәре лә иҫ китмәле йылы, аяҙ килде, июль айы дауам итәме ни?! Бала - саға һаман һыу буйынан ҡайта белмәй көнө - төнө Ҡажат йылғаһы буйында ҡомдан төрлө һауыт - һаба, өй эшләп уйнайҙар.
Әйтерһең, ҡышҡылыҡҡа етерлек көс - ғәйрәт туплайҙар. Әлфинур менән Наҙгөл дә уҡыу башланыр аллынан һуңғы тапҡыр теге көн күреп ҡайтҡан, Йәймәрҙең тәрән генә соҡорондағы, ҡалдырып булмай ҙа инде, алморондо йыйып ҡайтмаҡсы булдылар. Хәҙер рәхәт: серәкәй - күгәүендәр ыҙалатмай. Үҙҙәренең бесәнлектәренә генә еткәйнеләр, ҡаршыларына бер төркөм сиғандар килеп сыҡмаһынмы?!
Ҡыҙҙар, ҡурҡыштарынан, яҡындағы аҡланға шәп - шәп атлай башланылар. - Девчата, ягоды есть? Собираете? - Да... Иң шомланғандары - сиғандар... Тиҙерәк - тиҙерәк ҡасырға уларҙан! - Бәй, әллә күҙенә күренә инде Наҙгөлдөң... Аяҡ аҫты түшәлеп туп - тулы еләк ята. Ышанмай, күҙҙәрен ыуып алды, эйелеп бер еләкте өҙөп, ауыҙына ҡапты. Балмы ни, ирене лә ҡуйҙы. - Апай, тапама еләктәрҙе! - Ай, иҙеп кенә бөтәһең инде! Әлфинур ҙа шып туҡтап, аяҡ аҫтына ҡараны. Улар бер китеп барған сиғандарға, бер еләктәргә ҡарап, нишләргә лә белмәй, бер аҙ һеңрәп, аңшайып торҙолар. Әллә сиғандар "күҙҙәрен буянымы"? Бер аҙ шаңҡып торғас, сүгәләп ултырып ашай башланылар.
Баш - күҙ алғас, аҡланды урап ҡарап сыҡтылар: еләк күп кенә ине. Ҡыҙыҡ: ҡайһылары һаман сәскәлә ултыра бит әле ул! Ҡыҙҙар, уҙыша - уҙыша, еләк йыйырға булып китте. Икәүһенә 5 - 6 литрҙай еләк йыйып та ҡуйҙылар. Тәбиғәттең ҡөҙрәте шулай: ағастар араһындағы күләгәле аҡландағы еләктәр, һуңлап булһа ла, ҡыҫыр ҡалғыһы килмәй, тамам өлгөрөп еткән ине. Апалы - һеңлеле ҡыҙҙар, иҫтәренә килеп, әлморон ҡыуаҡлыҡтарына йүгерҙеләр...
Авторы: Гөлназ Нафиҡова (Ғәбитова).
Ябалаҡ ауылы.
Читайте нас: