+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Май 2020, 16:50

Тағы ла 89 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 89 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 89 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған.
Сирлеләрҙең дөйөм һаны – 2772. Һауыҡҡандар – 884 (һуңғы тәүлектә 2 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 18. Республика стационарҙарында 834 сирле дауалана, уларҙың 37-һе ауыр хәлдә, шул иҫәптән ете пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 1036 кеше амбулатор шарттарҙа өйҙә дауалана.
Пневмония диагнозы менән кисәгенән бөгөнгәсә 23 кеше госпитализацияланған, уларҙың барыһы ла коронавирусҡа тикшерелгән. Ошо уҡ диагноз менән тәүлек эсендә 6 кеше дауахананан сығарылған.
Һуңғы тәүлектә 5237 тикшереү үткәрелгән, 5087 кеше тикшерелгән. Дөйөм һандарға килгәндә, ошо көнгә тиклем 193 3422 кеше коронавирусҡа тикшерелгән, уларға йәмғеһе 203 922 тикшереү үткәрелгән.
Читайте нас: