-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Май 2020, 13:30

Беҙ балалар хаҡына бергә

1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә ошондай исем аҫтында хәйриә марафоны үтә. Сараны Дмитрий Хворостовский исемендәге хәйриә фонды Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә ойоштора.

1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә ошондай исем аҫтында хәйриә марафоны үтә. Сараны Дмитрий Хворостовский исемендәге хәйриә фонды Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә ойоштора.
Дмитрий Хворостовский исемендәге хәйриә фонды 7 йыл эшләп килә. Ошо осорҙа концерттар ярҙамында бөтәһе 70 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылған. Дауалауға ярҙамды «Русфонд» аша 200-ҙән ашыу ауырыу бала алған. 1 июндәге телемарафонда иһә билдәле опера һәм эстрада йондоҙҙары ҡатнаша. Йыйылған аҡса аяуһыҙ сирҙәргә дусар булған 7 йәшлек Марк Терентьевты, 8 йәшлек Миша Манулинды һәм 9 йәшлек Валя Рувеннаяны дауалауға тотоноласаҡ. Был изге эшкә һәр кем ҡушыла ала, бары тик 3434 номерына ярҙам суммаһын ебәреү шарт. Телемарафон Башҡортостан юлдаш телевидениеһында 1 июндә 19.00 сәғәттә башлана.
Дмитрий Хворостовский исемендәге фонд хәйриә концерттарын ойоштороу идеяһын 2013 йылда күтәреп сыға, сәхнә оҫтаһының был ниәтен донъяның төрлө мөйөштәренән дуҫтары, билдәле шәхестәр хуплай. Тәүге концерт 6 йыл элек Кремль һарайында үтә, унан йыйылған аҡса 61 ауырыу баланы дауалауға йүнәлтелә. Икенсе концертты 2015 йылда Өфө ҡабул итә, ул ваҡытта Дмитрий Хворостовский сәхнәлә яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡов менән сығыш яһаны.
Дүртенсе программа Мәскәүҙең ҙур театрында, бишенсеһе Дмитрий Хворостовскийҙың тыуған ҡалаһы Красноярскиҙа ойошторола. Ә бына бишенсе хәйриә концертын дуҫтары 2019 йылда, Дмитрий Хворостовский үлгәндән һуң, уның яҡты иҫтәлегенә арнап уҙғара. Был проект бөгөн дә төрлө сирҙәр менән яфаланған балаларға терәк булыуын дауам итә.
Читайте нас: