+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Май 2020, 11:55

Түңәрәккә – шәхси сертификат

2020 йылдың сентябрендә балаларға өҫтәлмә белем биреү системаһына үҙгәрештәр индерелә. Уға ярашлы, һәр бала ғаиләнең финанс мөмкинлектәренә ҡарамай, дәүләт иҫәбенә үҙе теләгән түңәрәккә йәки спорт секцияһына йөрөй ала.Өҫтәлмә белем биреү системаһындағы үҙгәрештәрҙең өҫтөнлөктәре:

2020 йылдың сентябрендә балаларға өҫтәлмә белем биреү системаһына үҙгәрештәр индерелә. Уға ярашлы, һәр бала ғаиләнең финанс мөмкинлектәренә ҡарамай, дәүләт иҫәбенә үҙе теләгән түңәрәккә йәки спорт секцияһына йөрөй ала.
Өҫтәлмә белем биреү системаһындағы үҙгәрештәрҙең өҫтөнлөктәре:
  • нимә менән шөғөлләнергә теләгәнен бала ата-әсәһе менән бергә үҙе һайлай,
  • ғаиләнең финанс хәленә ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, һәр бала өҫтәлмә белем алыу мөмкинлегенә эйә,
  • балалар үҙҙәренә ҡыҙыҡ булған түңәрәк-секцияларҙа иң яҡшы педагогтар менән шөғөлләнә.
  • Түңәрәк һәм секцияларға нисек түләнә? Бының өсөн
    • ата-әсәләргә Өҫтәлмә белем биреү навигаторы сайтында http://р02.навигатор.дети һылтанмаһы аша кереп теркәлергә,
    • каталогта түңәрәкте һайларға һәм баланы шунда яҙырға кәрәк.
    • Түңәрәктәргә яҙылған балаларға автоматик рәүештә билдәле күләмдәге аҡса күрһәтелгән шәхси сертификат бирелә. Бала түңәрәктәргә йөрөй һәм сертификаттағы аҡсалар түләнә бара.
      Нимә ул шәхси сертификат?
      Сертификат – балаға дәүләт иҫәбенә мәктәптән тыш өҫтәлмә белем алырға мөмкинлек биргән электрон документ. Уның тураһында бөтә мәғлүмәт Өҫтәлмә белем биреү сайтында (https://р02.навигатор.дети/directivities?municipality) ҡулланыусының шәхси кабинетында тупланған. Сертификаттағы аҡсаны баланың түңәрәктәргә йәки секцияларға йөрөүенә һәм тик өҫтәлмә белем биреү порталы аша ғына тотоноп була. Был аҡсаны башҡа маҡсатта тотоноп, ҡулаҡсаға әйләндереп алып та булмай. Шул уҡ ваҡытта балаларҙың нисә түңәрәккә йөрөүе сикләнмәй.
      Өҫтәмә белем биреү системаһын финанслау балаларға үҙҙәре теләгән йүнәлештәрҙә үҫешергә яңы мөмкинлектәр аса, сифатлы өҫтәмә белем алыуға булышлыҡ итәсәк.
      Әлфиә НАСИРОВА,
      Балалар ижады үҙәге методисы.
      Читайте нас: