Мәҫәлән, айырым төбәктәрҙә туристик миҙгелде асырға рөхсәт итәләр. Шулай ҙа әлегә медицина лицензияһы булған шифаханалар ғына ҡунаҡтар ҡабул итә ала, айырым осраҡтарҙа отель һәм коттеджлы базаларға рөхсәт була. Балалар лагерҙарының дәүләт реестрына ингәндәре генә асыла.
Бының өсөн учреждение махсус тикшереү үтергә тейеш. Шулай уҡ медицина лицензияһы булыуы ла мотлаҡ. Балалар лагерҙарына социаль дистанция һәм дезинфекция режимын үтәү талабы ҡуйыла, ял итеүселәргә маска кейеп йөрөү шарты булмаясаҡ.