Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова түләүгә дәғүә итеүсе ғаиләләргә ҡуйылған талаптарҙы йомшартырға тәҡдим итте, йәғни эшһеҙ ғаиләләр ҙә был ярҙамды юллай ала. Әлеге көндә күптәр эшһеҙ ҡалыуын иҫәпкә алғанда был социаль ярҙам ғәҙел, тине вице-премьер.