+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Май 2020, 17:35

Тынысланырға иртәрәк

Башҡортостанда тәүлек эсендә коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар һаны 91-гә артҡан. Шулай итеп, GOVID-19 вирусын эләктергән пациенттар 2942-гә етте.

Башҡортостанда тәүлек эсендә коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар һаны 91-гә артҡан. Шулай итеп, GOVID-19 вирусын эләктергән пациенттар 2942-гә етте.
Тәүлектә 18 ауырыу һауыҡҡан, вафат булыусылар һаны үҙгәрешһеҙ – 18 кеше. Рәсәйҙә тәүлек эсендә 8338 ауырыу асыҡланған, 11 079 кеше һауыҡҡан, 161 пациент вафат булған. Әлеге көндә коронавирус менән зарарланғандар бөтәһе 370680 кеше тәшкил итә. Вафат булғандар – 3968, һауыҡҡандар – 142 208.
Тимәк, барыбыҙға ла тынысланырға иртә. Бирсәткәләр һәм битлектәр – заманыбыҙҙың цивилизация атрибуттары – әлегә беҙҙең юлдашыбыҙ ҙа, һаҡсыбыҙ ҙа булып ҡаласаҡ. Санитария-гигиена талаптарын үтәһәк, үҙебеҙҙе лә, яҡындарыбыҙҙы ла хәүефтән ҡурсалай алырбыҙ.
Читайте нас: