+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Май 2020, 11:10

Комиссия эш башланы

28 майҙа видео­конференцэлемтә тәртибендә Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы республика Законын тормошҡа ашырыу комиссияһының эш кәңәшмәһе үткәрелде.

28 майҙа видео­конференцэлемтә тәртибендә Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы республика Законын тормошҡа ашырыу комиссияһының эш кәңәшмәһе үткәрелде.
Һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр уҙғарылған сарала дәүләт власы органдары, милли-мәҙәни һәм йәмәғәт, фәнни-белем биреү ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Комиссияның яңы составы Башҡортостан Хөкү­мәтенең 17 апрелдәге ҡарары менән раҫланғайны. Уның эшенә Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров етәкселек итәсәк.

Кәңәшмәлә комиссияның эш планы проекты, шулай уҡ уның составына ингән Терминология һәм Топонимия хеҙмәттәре эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре тикшерелде. План проектына республика һәм муниципаль кимәлдәге оператив кәңәш­мәләрҙе, ултырыштарҙы ике дәүләт телендә үткәреүҙе тәьмин итеү, социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан халыҡтары телдәрен танытҡан видеояҙмаларҙы таратыуға методик ярҙам, муниципаль комиссиялар өсөн методик тәҡдимдәр төҙөү, “Дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” дәүләт программаһы сараларын тормошҡа ашырыу йомғаҡтарын, шулай уҡ республика Башлығы гранттары нигеҙендәге проекттарҙы ҡарау индерелгәйне.

Сарала шулай уҡ республика комиссияһы менән тел сәйәсәте өлкәһендәге муниципаль комиссиялар араһындағы үҙ-ара эш итеүҙең яңы алымы буйынса фекер алыштылар.

Яңы планға ярашлы, Комис­сияның яңы эш этабы башлана.
Читайте нас: