-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июнь 2020, 23:35

Алдынғы төбәктәр рәтендә

Башҡортостан бизнесҡа административ көсөргәнеште кәметеү кимәле буйынса илдә алдынғы төбәктәр араһына сыҡты. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республика эшҡыуарҙары хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллин хәбәр итте.

Был индексты формалаштырыу һөҙөмтәләре буйынса республика быға тиклем булған 38 урындан 11-сегә күтәрелгән.
"Индекс тәүәккәллеккә йүнәлтелгән ҡарашты индереүҙең һөҙөмтәлелеге, контроль-күҙәтеү эшмәкәрлегенең репрессивлығын кәметеү, административ тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә һалынған штрафтар өлөшө, рейдтар һәм дөйөм һалынған штрафтар кеүек күрһәткестәрҙе иҫәпкә ала, – тине Флүр Әсәҙуллин. – Был күрһәткестәрҙең күҙгә күренеп яҡшырыуы республика етәксеһенең ҡушыуы буйынса күҙәтеү органдары тарафынан тикшереүҙәрҙе кәметеүгә бәйле. Шулай уҡ проект офисының инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ мөхитен яҡшыртыу буйынса планға ярашлы эшмәкәрлеге лә файҙа килтергән".
Башҡортостан Башлығы бизнес-омбудсменға был йәһәттән башҡарған хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте.
– Был һөҙөмтә шул иҫәптән эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиллек институтының яҡшы эшләүенә лә бәйле. Артабан да шулай дауам итегеҙ. Әлеге беҙҙең бизнесты яңынан тергеҙгән осорҙа был эш ҙур әһәмиәткә эйә, – тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: