Өфөлә Республика балалар клиник дауаханаһына 200-ҙән ашыу бүләк тапшырҙылар. Был тупланмаларҙы ауыр сир үткәргән балаларға бирәсәктәр.
Акцияны “Башҡортостан Республикаһы әсәйҙәре” йәмәғәт ойошмаһы һәм “Башҡортостан лидерҙары” берләшмәһе ағзалары ойошторған. Сара ауырыу кисергән балаларға ярҙам итеү һәм уларҙың һәр береһенең үҙенсәлекле булыуын күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бүләктәрҙе дезинфекция саралары менән таҙартып, дауахананың ете бүлегенә тапшырасаҡтар. “Лидерҙар ҡумтаһы” хәйриә акцияһы былтыр көҙ башланғыс алған.
"Дауахананың икенсе бүлектәренә өҫтәмә алып килеү талап ителһә, әлбиттә, беҙ уны эшләйәсәкбеҙ. Өҫтәп, балалар өсөн саралар ойошторорға тырышабыҙ. Тик әлегә быны атҡарыу мөмкин түгел, сөнки дауахана һәм башҡа балалар учреждениелары ябыҡ режимда, карантинда. Балалар өсөн саралар ойоштора алмаһаҡ та, бүләк булһа ла бирә алабыҙ", – ти “Башҡортостан Республикаһы әсәйҙәре” йәмәғәт ойошмаһының күҙәтеү советы рәйесе Диана Фәррәхова.
“Һәр балаға, әгәр ул ныҡ бәләкәй булмаһа, ошондай уйынсыҡтар ҡыуаныс бүләк итә, ауыртыулы манупуляциянан һуң хәлен еңеләйтеүгә булыша. Беҙ пациенттарға мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырырға тырышабыҙ”, – тип белдерҙе Республика балалар клиник дауаханаһы баш табибының медицина часы буйынса урынбаҫары Диана Вәлиева.
Фото: Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте.