+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июнь 2020, 22:55

Йөҙөү бассейны сафҡа индереләсәк

Тиҙҙән Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылында 25 метр оҙонлоғондағы йөҙөү бассейны сафҡа индереләсәк.

Тиҙҙән Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылында 25 метр оҙонлоғондағы йөҙөү бассейны сафҡа индереләсәк.
Төҙөлөш эштәре 2018 йылдың көҙөндә үк башланғайны. Объекттың дөйөм хаҡы - 100 миллион һумдан саҡ ҡына күберәк. Бассейн төҙөүҙең заказсыһы – Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы, генераль подрядсыһы – “ГК Прогресс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
Спорт объектының дөйөм майҙаны 1,6 меңдән ашыу квадрат метрҙы тәшкил итә. Проектҡа ярашлы, 25 метр оҙонлоғондағы дүрт “юл” ҡаралған. Ул сәғәтенә 40 кешене хеҙмәтләндереү ҡеүәтенә эйә.
Шуныһы һөйөнөслө: бинала вестибюль, гардероб, инструкторҙар (тренерҙар), табип, дежур шәфҡәт туташы, хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмәләр, һыу анализын алыу өсөн лаборатория, санитар-көнкүреш, техник биналар урынлашасаҡ.
27 майға тиклем бассейн бинаһында эске эштәрҙең 95 проценты атҡарылған. Газ, һыу, ут, элемтә бәйләнеше – барыһы ла тоташтырылған. Әле төп эш – биләмәне төҙөкләндереү – ҡалған. Шулай итеп, бордюрҙар ҡуйыла, асфальт түшәлә һәм шаҡмаҡлап ҡырҡылған таш һалына.
– Районыбыҙ өсөн был – өр-яңы һәм оҙаҡ көтөлгән объект, – ти Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов. – Объекттың тапшырылыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Районыбыҙҙың һәр ауылынан балалар бында шөғөлләнәсәк.
Бассейн йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырылыр, тип көтөлә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: был ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған Указға ярашлы, “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты ярҙамында мөмкин булды.
Читайте нас: