Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев Зауыҡлы биләмәләр йылын үткәреү буйынса башҡарылған саралар тураһында һөйләне.
"Яңыраҡ бар республика буйлап үткән Таҙалыҡ көндәрендә 400 мең самаһы кеше ҡатнашты. Улар биләмәләрҙе йыйыштырҙы һәм ремонт эштәре башҡарҙы. Тик тикшереү күрһәтеүенсә, был эшмәкәрлектең сифатын һәм йылдамлығын күтәрергә кәрәк", - тине ул.
Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгән йылда айырым иғтибарҙы дан һәм почет урындарын төҙөкләндереүгә бүлергә кәрәк. Был эш барлыҡ тораҡ пункттар буйлап алып барыла.
Борис Беляев белдереүенсә, быйылғы ҡатмарлы хәл пландарға үҙгәрештәр индерҙе. Тик беҙҙең муниципалитеттар проблеманы хәл итеү юлдарын тапҡан. Мәҫәлән, Өфөлә ҙур иғтибар урамдарҙы йәшелләндереүгә бүленһә, Нефтекамала ҡала арт-проекттары фестивале үткән, Стәрлетамаҡ кәртәләрҙе яңыртыу буйынса беренселекте бирмәй һәм башҡалар. Урында йәшәгән халыҡ ҡатнашҡан төҙөкләндереү буйынса конкурстар ҙа башланған.
Министр муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп, Зауыҡлы биләмәләр йылы әүҙем фазаға сыға һәм эштәрҙең темптарын арттырырға кәрәк, тине.
– Ысынлап та, эш алып барыла, эш сәфәрҙәрендә йөрөгәндә мин быны күрәм. Тик билдәләнгән ваҡытҡа барлыҡ ҡала һәм ауылдар тәртипкә килтерелергә тейеш. Беҙгә килгән һәр ҡунаҡ һоҡланып ҡайтырлыҡ булһын, - тине Радий Фәрит улы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.