Бындай документтарҙы һатып алып булыуы хаҡында мәғлүмәт таратыу бәлиғ булмағандарға ғәҙел, асыҡ һәм “үтә күренмәле” конкурс нигеҙендә юғары белем алыуға дәғүә итергә ҡамасаулай, ә был иһә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына һәм федераль ҡануниәткә ҡаршы килә. Уҡыусыларҙың уҡыуҙа ҡаҙаныштарға өлгәшеү һәм БДИ тапшырыу теләген һүрелтә, сөнки сайттарҙағы мәғлүмәт аҡсаң булһа, БДИ тапшырыу тураһында теләгән һөҙөмтәле таныҡлыҡты һатып алып була, тип күрһәтеп, һәләтле һәм маҡсатҡа ынтылыусан йәштәрҙең конституция гарантиялағанса бушлай юғары белем алыу өсөн конкурста ҡатнашыу маҡсатында имтихандарҙа мөмкин тиклем юғары һөҙөмтәгә ынтылышын әһәмиәтһеҙ итеп күрһәтә.
Прокурор ғаризалары буйынса суд белем һәм БДИ тапшырыу тураһында рәсми документтар һатылған 20 сайтты Рәсәй биләмәһендә таратыу тыйылған тип тапты.
Сайттарҙы яптырыу тураһында ҡарар Роскомнадзорға ебәрелде.
Район прокуратураһының ошо йүнәлештәге эше дауам итә.
Илмир ИҘРИСОВ,
район прокуроры ярҙамсыһы,
1-се класлы юрист.