+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июнь 2020, 03:05

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә

Республиканың музыкаль белем биреү учреждениелары “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә музыка һәм техник ҡорамалдарға эйә булды.

Республиканың музыкаль белем биреү учреждениелары “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә музыка һәм техник ҡорамалдарға эйә булды.
Салауат музыка колледжына ике «Михаил Глинка» фортепианоһы тапшырылды.
“Был беҙҙең өсөн бик шатлыҡлы ваҡиға. Фортепианолар сольфеджио, музыка әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн теоретик кластарҙа урынлаштырыласаҡ. 2016 йылдан башлап беҙ музыка фондын яңыртабыҙ, “Мәҙәниәт” милли проекты быға тос өлөш индерҙе. Тиҙҙән беҙ концерт роялен дә ҡайтартырға ниәтләйбеҙ”, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша колледж директоры Лилиә Аллапаева.
Учалы районының Уральск балалар сәнғәт мәктәбе “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, "K.Kawai" рояле, ике "Pearl River" фортепианоһы, ике һанлы фортепиано, шулай уҡ техник ҡорамалдар алды.
“Уральск балалар сәнғәт мәктәбе райондың мәҙәниәт тормошо уртаһында ҡайнай. Милли проект сиктәрендә ошондай музыка ҡоралдарына эйә булыу мәктәптә уҡытыу сифатын бермә-бер күтәрәсәк, ә техник ҡорамалдарға эйә булыу виртуаль концерттар ҡарау өсөн дә бик ҡулай”, - тигән фекерҙә район хакимиәте вәкилдәре.
Фото: Учалы районы хакимите сайтынан.
Читайте нас: