6 июндә республикала Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө билдәләнәсәк. Был көндө “Ғорурланабыҙ! Хәтерләйбеҙ! Ихтирам итәбеҙ!” акцияһы сиктәрендә ҡала һәм райондарҙа ирекмәндәр парктар, скверҙар, ташландыҡ биләмәләр һәм иҫтәлекле урындарҙы төҙөкләндерәсәк.
Акцияла өс мең самаһы ирекмән ҡатнашасаҡ. Улар һәр зыяратҡа ингән урында мәғлүмәт стенды ҡуйырға ярҙам итәсәк. Унда зыяраттың схемаһы, унда булыу ҡағиҙәләре, эш тәртибе, бында ерләнгән билдәле шәхестәр, хәрби хәрәкәттәр һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары тураһында белешмә урын аласаҡ.
Һәр муниципалитетта өмәләр үтәсәк. Ирекмәндәр сквер, парк, зыяраттарҙа урынлашҡан обелисктарҙы төҙөкләндерәсәк, ташландыҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары күмелгән урындарҙы йыйыштырасаҡ, биләмәне үләндән таҙарта, ваҡ ремонт эшләп, ҡәберлектәрҙе һәм кәртәләрен буяй. Бынан тыш ирекмәндәр бөтә объекттарҙа ла социаль дистанция үтәүҙе тикшерәсәк.
Был “Ғорурланабыҙ! Хәтерләйбеҙ! Ихтирам итәбеҙ!” проектын Башҡортостан командаһы “Быуындар тауышы” белем биреү проекты сиктәрендә эшләп сығарған. Ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған. Проект үҙ эсенә бик күп патриотик сараларҙы индерә: Дан аллеяларын, хәтер урындарын, хәрби ҡәберлектәрҙе төҙөкләндереү, тематик автойөрөштәр, “Геройҙар стенаһы” республика акцияһы, “Еңеү йөҙҙәре” китабын сығарыу, муниципалитеттар өсөн конкурстар ойоштороу һәм башҡалар. Проектҡа 4 февралдә республиканың Хәрби дан музейында старт бирелде.