Ауыл хужалығы, орлоҡ менән тәьминәт, урман сәнәғәте, яғыулыҡ-энергетика комплексы, төҙөлөш ойошмалары, техник хеҙмәтләндереү предприятиелары һәм финанс-кредит ойошмалары – бөтәһе 974 предприятие.
Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәләренең береһендә Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров хәбәр иткәйне.
Предприятиеларҙа “Роспотребнадзор” санитар-гигиена нормалары теүәл күҙәтелә. Эпидемиологик хәүефһеҙлекте боҙған осраҡта уларҙың эше туҡтатыла, ә хеҙмәткәрҙәр изоляцияға ебәрелә.
Һалым ставкаларын кәметеү, мөлкәткә һалымдан азат итеү һәм башҡаларҙы күҙ уңында тотҡан норматив акттар әҙерләнде. Муниципаль кимәлдә иҫәпләнгән килемгә берҙәм һалымды кәметеү, ҡуртым түләүҙәренән азат итеү, шәхси ҡуртымға биреүселәр ставканы кәметә алһын өсөн дәртләндереү ғәмәлдәрен әҙерләү планлаштырыла.
Билдәле булыуынса, апрелдә республикала Ситуация үҙәге эш башлағайны. Бер үк ваҡытта иҡтисадтың тотороҡлолоғон күтәреү буйынса артабанғы саралар пакеты әҙерләнде. Унда кадастр хаҡын кәметеү, льготалар, субсидиялар, коммуналь хеҙмәттәр өсөн бүлеп түләү күҙ уңында тотола. Система барлыҡҡа килтергән предприятиелар (425 предприятие һәм ойошма) менән эш дауам итә, исемлектең киңәйтелеүе ихтимал.