+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Июнь 2020, 16:30

Социаль ярҙам алыусыларға

Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгенең Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса филиалы 2020 йылдың 1 июненән граждандарҙы ҡабул итә башланы. Яңы коронавирус киҙеүе таралыу хәүефе һаҡланыу сәбәпле, ҡабул итеү АЛДАН ЯҘЫЛЫУ БУЙЫНСА ҒЫНА, шулай уҡ һаҡланыу саралары (битлек, бирсәткә) мотлаҡ булғанда бойомға ашырыла.

Ҡабул итеү эш көндәрендә көн һайын 8.30 сәғәттән 17.30 сәғәткә тиклем төшкөлөккә туҡтамайынса алып барыла.
Социаль ярҙам саралары (МСП) алыу-сы, әммә 2020 йылдың 1 апреленән 31 авгусына тиклем был ярҙамдың срогы бөткән граждандарға ярҙам 2020 йылдың 30 сентябренә тиклем автоматик рәүештә оҙайтыла, шуға ла уларға филиалға килеү талап ителмәй.
Социаль ярҙам сараларын элек юлламаған граждандарға (тәүләп тәғәйенләү), йәки МСП-ның яңы төрҙәренә хоҡуғы булғандарға ғына килергә була.
Ҡабул итеүгә http://rcspn.mintrudrb.ru/appointment рәсми сайты йәки 8(3473)25-15-72 телефоны аша яҙылырға кәрәк.
Халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенең Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса филиалы Карл Маркс урамы, 103-сө йортта (телефондары: 8 (3473)25-08-46, 25-09-07, 25-67-64), республика Күп функциялы үҙәге Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Октябрь проспекты, 71 һәм Хоҙайбирҙин урамы, 83 йортта ҡабул итә.
Ғәли ШАҺИМОРАТОВ,
филиал директоры.
Читайте нас: