+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июнь 2020, 13:00

“Алға”ның балансын тулыландырыу еңелләште

“Алға” транспорт картаһы балансын тултырыу күпкә еңелләште – аҡсаны 107 “Связной” магазинында ла һалырға мөмкин. “QIWI” компанияһының түләү базаһында ла был хеҙмәт ғәмәлгә ашырыла.

“Алға” транспорт картаһы балансын тултырыу күпкә еңелләште – аҡсаны 107 “Связной” магазинында ла һалырға мөмкин. “QIWI” компанияһының түләү базаһында ла был хеҙмәт ғәмәлгә ашырыла.
“Алға” картаһы республиканың барлыҡ төр транспортында йөрөү мөмкинлеген бирә. Яңы хеҙмәт иһә кешеләргә “Связной” салондарында карта иҫәбен тултырыу мөмкинлектәрен арттыра һәм тотош Рәсәй буйынса эшләй. Бынан тыш, QIWI терминалдарында һәм онлайн рәүештә – QIWI Кошелекта түләргә мөмкин.
“Связной” салонында түләү өсөн һатыусыға картаның һанын әйтеп, аҡса һалырға кәрәк. Сумма шунда уҡ иҫәпкә килә һәм картаны шунда уҡ файҙалана башларға мөмкин. Комиссия алынмай. Яҡындағы магазиндарға барыу өсөн компанияның рәсми сайтына – https://www.svyaznoy.ru/shops инеп, тула мәғлүмәт алырға мөмкин.
Фото: Rb7.ru
Читайте нас: